СПОРТ
31 Декабрь 2022, 08:05

Хәйбулла спортсылары республикала иң яҡшылар иҫәбендә!

Улар баш ҡалала өҫтәл теннисы буйынса Яңы йыл турнирында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Афарин!

Хәйбулла спортсылары республикала иң яҡшылар иҫәбендә!Хәйбулла спортсылары республикала иң яҡшылар иҫәбендә!
Хәйбулла спортсылары республикала иң яҡшылар иҫәбендә!

16 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында ярыш йомғаҡтары буйынса Эвелина Байбулатова 3-сө урын яуланы. Шулай уҡ спортсыларыбыҙ парлы һәм ҡатнаш разрядтарҙа уйнаны. Булат Йәрмөхәмәтов ҡатнаш һәм парлы ир-егеттәр разрядында 2-се урын алды. Эвелина Байбулатова ҡатнаш һәм парлы ҡатын-ҡыҙҙар разрядтарында шулай уҡ икенсе булды. Афарин!!!

Автор:
Читайте нас