СПОРТ
20 Декабрь 2022, 16:57

Ҡаршылыҡтарҙы тик көслөләр генә еңә

Бөгөн Аҡъярҙа Хәйбулла районы инвалидтар ойошмаһы ҡышҡы спартакиада үткәрҙе.

Ҡаршылыҡтарҙы тик көслөләр генә еңәҠаршылыҡтарҙы тик көслөләр генә еңә
Ҡаршылыҡтарҙы тик көслөләр генә еңә

Инвалидлыҡ алғанда күптәр йомола. Тормош тамам, уның дауамы мәғәнәһеҙ, тип иҫәпләйҙәр, үҙҙәрен ситкә ҡағылғандар категорияһына күсерәләр. Ләкин улай йәшәргә ярамай. Ундай кешеләргә үҙҙәрен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп тойорға ярҙам итеү өсөн күп саралар үткәрелә.

Бөгөн 20 декабрҙә Хәйбулла районы инвалидтар ойошмаһы ҡышҡы спартакиадаһын үткәрҙе. Унда 7 команданан мөмкинлектәре сикләнгән 40 спортсы ҡатнашты. Улар теннис, дартс, тупты кәрзингә ырғытыу, армрестлинг, джаколло һәм шафлборд буйынса ярышты. Был осрашыу спорт һөҙөмтәләрен күрһәтергә генә түгел, ә яңы дуҫтар табырға, проблемалары һәм ҡаҙаныштары менән уртаҡлашырға, ахырҙа улар кеүек кешеләр менән аралашырға һәм тормош дауам итеүен, уның үҙең өсөн шатланып йәшәргә кәрәклеген аңларға ла мөмкинлек бирҙе. Инвалидтарыбыҙҙың спорт һөҙөмтәләре уларҙың барыһы ла эшләй алыуын иҫбатлай. Улар йәшәй һәм ярыша!

Бына бөгөнгө йәштәргә беҙҙең инвалидтарҙан өлгө алырға кәрәк, уларҙың төп девизы - көрәшергә һәм бирешмәҫкә, булған ҡаршылыҡтар һәм ауырлыҡтарҙан ҡурҡып тормаҫҡа.

Һөҙөмтәлә дөйөм зачетта инвалидтарҙың ҡышҡы спартакиадаһы командалары еңеүселәре билдәләнде:

1-се урын - Һамар беренсел ойошмаһы командаһы һәм Татыр-Үҙәк беренсел ойошмаһы командаһы.

2-се урын - Өфө ауылы беренсел ойошмаһы

3-сө урын - Федоровка (Әбүбәкер) беренсел инвалидтар ойошмаһы.

Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла приздар, грамоталар һәм дәртләндереү бүләктәре тапшырылды. Хәйбулла районы инвалидтары спартакиадаһы тамамланғас, ярышта ҡатнашыусылар өсөн буфет ойошторолдо, унда сәй өҫтәле артында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр үҙ-ара аралашты.

 

автор:Әлиә Бохарбаева.

Ҡаршылыҡтарҙы тик көслөләр генә еңә
Ҡаршылыҡтарҙы тик көслөләр генә еңә
Ҡаршылыҡтарҙы тик көслөләр генә еңә
Автор:Хәйбулла районы инвалидтар ойошмаһы
Читайте нас