

«Айыҡ ауыл» республика конкурсының муниципаль этабы сиктәрендә ойошторолған турнирҙа Аҡъяр ауылы, Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһы һәм Яңы Орск ҡасабаһы сатрашсылары ҡатнашты.
Турнир йомғаҡтары буйынса ветерандар араһында шәхси беренселектә Гәрәй Таһиров - беренсе, Артур Асьянов - икенсе, Виктор Качалкин өсөнсө урын яуланы.
Ирҙәр араһында: 1-се урын - Азамат Бохарбаев; 2-се урын - Тәлғәт Рәхмәтуллин; 3-сө урын - Заһир Ғәббәсов.