СПОРТ
19 Декабрь 2022, 08:18

Башҡортостан спортсыһы Ҡытайҙа ҡышҡы уйындарҙа икенсе алтын миҙал яуланы

   

Башҡортостан спортсыһы Ҡытайҙа ҡышҡы уйындарҙа икенсе алтын миҙал яуланыБашҡортостан спортсыһы Ҡытайҙа ҡышҡы уйындарҙа икенсе алтын миҙал яуланы
Башҡортостан спортсыһы Ҡытайҙа ҡышҡы уйындарҙа икенсе алтын миҙал яуланы

Башҡортостандан тау саңғысыһы Ксения Подлипчук өсөнсө Рәсәй-Ҡытай йәштәренең ҡышҡы уйындарында икенсе алтын миҙал яуланы.

18 декабрҙә слалом буйынса ярыштар уҙҙы. Был Ҡытайҙағы ҡышҡы уйындарҙа планлаштырылған ике уҙыштың икенсеһе булды.

Тәүге миҙалдарҙы Башҡортостан спортсылары 17 декабрҙә Ляньхуашань тау саңғыһы үҙәгендә уҙған слалом-гигантта яуланы. Ҡыҙҙар араһында Ксения Подлипчук еңеүгә өлгәшһә, егеттәр араһында Дмитрий Колченогов көмөш миҙалға лайыҡ булды, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас