

Сибай ҡалаһында Силәбе, Ырымбур өлкәләре һәм Башҡортостан Республикаһы балалары араһында тиҙ уйналыусы сатраш буйынса «Урал аръяғы гроссмейстеры» дүртенсе төбәк-ара сатраш турниры уҙҙы, уны Айнур Ишмөхәмәтовтың «ЧеМПИОН» сатраш клубы ойошторҙо. Сара Башҡортостан Республикаһының Шахмат федерацияһы етәкселегендә үтте.
Тренер Реналь Мәмбәтов етәкселегендәге Аҡъяр ауылы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе командаһы уңышлы сығыш яһаны. Үҙҙәренең йәш категорияһында өсөнсө урынға Аделина Байғабулова, Эвелина Солтанова, Батыр Гәрәев һәм икенсе урынға Данияр Иҫәнбаев лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!!!