СПОРТ
10 Декабрь 2022, 05:12

Сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуҙың бер юлы

   

Сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуҙың бер юлыСәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуҙың бер юлы
Сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуҙың бер юлы

Күҙ алдыңа килтергеҙ, сканворд сискәндә ошондай һорауға юлыҡтың икән: "сәләмәтлек синонимы, өс хәреф". Яуапты таба алаһыңмы? Ярар, ярар, артыҡ аптырамағыҙ, яуап – ГТО булыр. Һуңғы йылдарҙа илебеҙгә спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә бермә-бер иғтибар артты. Бигерәк тә йәш быуынды ошо өлкәгә йәлеп итеү буйынса күп эштәр башҡарыла. Шуларҙың береһе  – “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (“ГТО - готов к труду и обороне”) бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы. Иң мөһиме, ГТО комплексы сәләмәт тормош алып барыуға әйҙәһә, икенсе яҡтан ГТО комплексының отличие билдәһе юғары уҡыу йорттарына ҡабул ителгәндә иҫәпкә алына, йәғни 1-ҙән 10-ға тиклем балл өҫтәү хоҡуғын бирә. Өҫтәүенә, ГТО комплек­сы­ның отличие билдәһенә эйә булған­дарға юғары дәүләт академик стипендияһының тәғәйенләнеүе ихтимал. Ошо арала Аҡъяр ауылы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә 5-се класс уҡыусылары ГТО нормаларын тапшырҙы. Эйе, сәләмәтлекте һатып алып булмай, уны бала саҡтан, йәшлектән хәстәрләргә кәрәк. 

Сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуҙың бер юлы
Сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуҙың бер юлы
Сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуҙың бер юлы
Сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуҙың бер юлы
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас