

Бүребай мәктәбенең КЭС-баскет лигаһы чемпиондары күнекмәһенә Хәйбулла районының 5-се саҡырылыш депутаты Рөстәм Илбәков та килде.
Рөстәм Вәли улы дуҫтарса мөхиттә үҙенең уҡыу менән спортты нисек бергә алып барыуы, спорттың тормошта ярҙам итеүе тураһында һөйләне. Спортсыға еңеү үрҙәренә артылғанда аяҡ салған алама ғәҙәттәр тураһында ла һөйләшеү булды.
Осрашыу аҙағында Бүребай ауылының уҡыусылары һәм эшсе йәштәр араһында футбол буйынса матч-реванш үтте.