СПОРТ
8 Декабрь 2022, 14:50

Башҡортостан биатлонсыһы Рәсәй кубогында еңеү яуланы!

  

Башҡортостан биатлонсыһы Рәсәй кубогында еңеү яуланы!Башҡортостан биатлонсыһы Рәсәй кубогында еңеү яуланы!
Башҡортостан биатлонсыһы Рәсәй кубогында еңеү яуланы!

Башҡортостан биатлонсыһы Эдуард Латипов Төмәндә биатлон буйынса Рәсәй PARI кубогы спринтында (10 саҡрым) алтын миҙал яуланы.

Латиповтың һөҙөмтәһе — 25:15.7.

Ярышта Рәсәйҙән һәм Белоруссиянан  71 биатлонсы ҡатнашты. Башҡортостандан Илья Бурлаков (26-сы урын), Андрей Факеев (34-се урын), Александр Бабчин (40-сы урын), Алексей Петров (41-се урын), Дмитрий Коротков (47-се урын), Антон Бабиков (48-се урын) сығыш яһаны.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Төмәндә биатлон буйынса Рәсәй кубогының өсөнсө этабы башланды.

 

Фото:Руслан Хәбибовтың телеграм-каналы
 
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас