

3 декабрҙә Белорет ҡалаһында мини лапта буйынса Башҡортостан Республикаһы лапта федерацияһының асыҡ беренселеге уҙҙы. Хәйбулла районы ҡыҙҙары командаһы ярыштарҙа лайыҡлы сығыш яһап, икенсе урын алды. Барығыҙҙы ла ҡотлайбыҙ! Яңы еңеүҙәр һәм уңыштар һеҙгә!