

Райондың йәш шахматсылары Урал аръяғында иң яҡшылары булды. 3 декабрҙә Әбйәлил районының Асҡар ауылында тиҙ шахмат буйынса Башҡортостандың Урал аръяғы кубогының икенсе этабы уҙҙы. Ярыштарҙа Учалы ҡалаһынан, Белорет, Баймаҡ, Магнитогорск ҡалаларынан һәм Хәйбулла, Әбйәлил райондарынан 118 кеше ҡатнашты.
Район исеменән Аҡъяр ауылы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең шахматсылар командаһы сығыш яһаны. Үҙҙәренең йәш категорияһында беренсе урынды Арыҫлан Ураҙалинов алды, икенсе урында - Алтынай Мәмбәтова һәм Батыр Ҡоҙабаев, өсөнсөлә - Руслан Карпеев. Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы уңышлы сығыш яһауҙары менән ҡотлайбыҙ!!!