СПОРТ
18 Ноября 2022, 11:51

Көслөләр турниры

Аҡъярҙа Хәрби разведчиктар көнөнә арналған армия ҡул һуғышы буйынса турнир үтте

Көслөләр турнирыКөслөләр турниры
Көслөләр турниры

Аҡъярҙа Хәрби разведчиктар көнөнә арналған армия ҡул һуғышы буйынса турнир үтте.

Сараны президент гранттары Фонды ярҙамында "Дала Амурҙары" спорт клубы ойошторҙо. Унда Урал аръяғы һәм Ырымбур өлкәһенең төрлө райондарынан 10-17 йәштәрҙәге 50 бала көс һынашты.

Турнирҙың төп судьяһы Илфат Кудашев келәмдә төрлө стилдәге вәкилдәрҙең бер-береһенә тап килеүен билдәләне: «Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың кимәле төрлөсә булды. Республика, төбәк-ара, халыҡ-ара, муниципаль турнирҙар еңеүселәре лә, өр-яңы исемдәр ҙә булды. Төп маҡсат - армияла ҡул һуғышын популярлаштырыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм ҡатнашыусыларҙың спорт оҫталығын арттырыу».

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас