СПОРТ
18 Ноябрь 2022, 06:15

Өфөлә фажиғәле рәүештә йәш хоккейсы үлгән

Уға 20 генә йәш булған. 

Өфөлә фажиғәле рәүештә йәш хоккейсы үлгәнӨфөлә фажиғәле рәүештә йәш хоккейсы үлгән
Өфөлә фажиғәле рәүештә йәш хоккейсы үлгән

Өфөлә 20 йәшлек хоккейсы Кирилл Мәрүәнов фажиғәле шарттарҙа һәләк булған. Был хаҡта кисә “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге рәсми сәхифәһендә Мурманскиҙың “Арктика” хоккей клубы хәбәр итте.

“Ауыр яңылыҡ Өфөнән килде. Клубтың элекке хоккейсыһы Кирилл Мәрүәнов фажиғәле шарттарҙа вафат булған. Туғандарының, яҡындарының һәм дуҫтарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ”, – тиелә хәбәрҙә.

Шуныһы билдәле: быйыл октябрҙә Кирилл “Арктика” йәштәр хоккей клубы составынан сығарылған, унда һаҡсы позицияһында ете матч уҙғарып өлгөргән. Һуңғы ваҡытта хоккейсы тыуған төйәгендә – Башҡортостанда спорт формаһын йыйған. Билдәләп үтергә кәрәк, 2020/21 йылдар миҙгелендә ул Өфөнөң “Толпар” йәштәр командаһы өсөн уйнаған.

Фото: "Арктика" хоккей клубы. 

Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас