

Өфөләге Республика клиник перинаталь үҙәгендә танылған спортсы Джефф Монсондың ҡыҙы тыуған.
«Башинформ» агентлығы журналисына Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, билдәле сәйәси эшмәкәрҙең һәм спортсының хәләл ефете Башҡортостандың перинаталь үҙәге табиптары тарафынан күҙәтелгән.
Бөгөн Евгения менән ҡыҙҙы медицина учреждениеһынан сығарҙылар. Уларҙы Джефф Монсон һәм уның өлкән ҡыҙы Есения ҡаршы алған. Билдәләп үтергә кәрәк, спортсы бишенсе тапҡыр атай булды. Америка Ҡушма Штаттарында уның өс балаһы үҫә.
фото:Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы