СПОРТ
12 Ноябрь 2022, 16:22

Байғусҡарҙа шахмат-шашка турниры үтте

Уйын бик көсөргәнешле барҙы   #Айыкауыл2022  

Байғусҡарҙа шахмат-шашка турниры үттеБайғусҡарҙа шахмат-шашка турниры үтте
Байғусҡарҙа шахмат-шашка турниры үтте

Шахмат уйыны хәҙерге интернет селтәре киң таралған саҡта ла юғалып ҡалманы. Байғусҡар мәҙәниәт йортонда "Айыҡ ауыл - 2022" сиктәрендә уҙғарылған шахмат - шашка уйынын яратыусы, үҙ итеүсе ауылдаштарыбыҙ йыйылды.


Ғәтиәт Ғиниәт улы Баймырҙин һәм Өлфәт Зиннәт улы Баймырҙин уйынды башлап та ебәрҙеләр, мәктәп уҡыусылары Алтынай Айҙашева һәм Булат Шәһивалиев шашка уйынында көс һынаштылар.


Рита менән Әлфирә Дәүләтбирҙиналар шашка ярышында бер-береһенә ал бирмәһәләр,
Ильмир Әхмәров, Хәлил Вәлиевтар шахмат ярышында үҙ көсөн һынап ҡаранылар.
Уйын бик көсөргәнешле барҙы.


Ғәтиәт Ғиниәт улы Баймырҙин шахмат буйынса 1 - се урын яуланы, шашка буйынса Әлфирә Дәүләтбирҙина 1-се урынға лайыҡ булды. Уҡыусылар араһында Алтынай Айҙашева шашка уйынын үҙ итеүен иҫбат итеп 1 - се урынға лайыҡлы тип табылды. Кемдәр ошо ярышта ҡатнашҡан барыһына ла оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, донъялар имен булһын, күк йөҙө аяҙ булһын.


#УфаРЦНТРУфаМКРБ
#Культурахайбуллы
#АкьярРДК
#Трезвоесело2022
#Айыкауыл2022
#Шахматныйтурнир
#ППМИ-23
#БайгускаровскийСДК

 

Автор:
Читайте нас