

Бүребай мәктәбенең уҡыусылары Рәшит Ҡолсонбаев, Данил Тулыбаев, Александр Чинейкин һәм Артур Әлбәков - тренер Зиннур Әминев етәкләгән милли көрәш секцияһына әүҙем йөрөй. Улар һуңғы ваҡытта бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.
Милли көрәш буйынса ярыштың муниципаль этабында Рәшит Ҡолсонбаев, Данил Тулыбаев, Александр Чинейкин, Артур Әлбәков һәм Артур Шәкиров үҙ ауырлыҡ категорияларында беренсе урын алды. Киләһе этапта уҡыусылар Күмертау ҡалаһында Советтар Союзы Геройы Ғәфиәтулла Арыҫланов иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса республика ярыштарында әүҙем ҡатнашты. Һөҙөмтәлә Данил Тулыбаев 1-се урын яуланы, ә Рәшит Ҡолсонбаев менән Александр Чинейкин үҙ ауырлыҡ категорияларында 3-сө урынға эйә булды.
Ә 8 ноябрҙә Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында милли көрәш буйынса зона ярыштары үтте, ошо уҡ егеттәр район намыҫын яҡланы, өсәүһе лә үҙҙәренең ауырлыҡ категорияларында призлы урындар алды. Йәш көрәшселәрҙе ҡотлайбыҙ! Артабан да еңеүҙәр теләйбеҙ!
фото:Бүребай мәктәбе.