СПОРТ
17 Октябрь 2022, 17:28

Афарин, Илдар!

Башҡорт спортсыһы һыбай килеш яндан уҡ атыу буйынса Рәсәй кубогында еңеү яуланы!

Афарин, Илдар!Афарин, Илдар!
Афарин, Илдар!

Учалынан Илдар Исхаҡов һыбай килеш яндан уҡ атыу буйынса Рәсәй кубогы этабында еңеүсе булды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Спорт министрлығынан.

Учалы егете «Рейд 2-3» маршруты (Корея) квалификация турнирында иң яҡшыһы булды. Башҡортостандың тағы бер вәкиле - Нуриман Хәйруллин - «Башня 90» (Венгрия) маршрутында көмөш миҙал яуланы. Ярыштар 15 һәм 16 октябрҙә Элиста ҡалаһында  (Ҡалмыҡстан) уҙҙы. Сара «Ойрат даны көнө» байрамы сиктәрендә ойошторолдо.

 

фото:Башҡортостандың Спорт министрлығы

Афарин, Илдар!
Афарин, Илдар!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас