

Көҙгөсә йылы һәм ҡояшлы һауа торошо ҡатнашыусыларҙың кәйефендә ыңғай сағылды. Кросс йылдағыса бөтә район йүгеректәрен – мәктәп уҡыусыларын, учреждение, предприятие, ойошма хеҙмәткәрҙәрен берләштерҙе. Йүгеректәр араһында ололар ҙа, кеселәр ҙә бар. Әйткәндәй, иң кесе ҡатнашыусы - алты йәшлек Юлиә Власенко булһа, ә иң өлкәне - 1970 йылғы Флорид Дәүләтбаев.
170-ләп йүгереүсе өсөн старт Аҡъяр һыуһаҡлағысы биләмәһенән башланды. Район хакимиәтенең социаль, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге баш белгесе Илнур Мәмбәтов ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, ярыштарға старт бирҙе. Сарала ҡатнашыусыларҙың күплеген иҫәпкә алып, ярыш йәш буйынса бер нисә категорияға бүлеп үткәрелде. Һөҙөмтәлә абсолют чемпион исемен И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжының 1-се курс студенты Данияр Аҡҡужин яуланы.
Әлбиттә, бындай сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла еңеүсе тип әйтергә мөмкин, сөнки иң мөһиме – башҡалар рәтендә үҙ көсөңдө һынап ҡарау. Уларҙың барыһын да ихлас ҡотлайбыҙ!
Тулыраҡ мәҡәләне беҙҙең гәзиттә уҡығыҙ.