Аҡъяр ауылы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә үҫмерҙәр араһында мини-футбол буйынса турнир үткәрелде. Ул "Берҙәм Рәсәй" Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы приздарына ойошторолдо һәм Террорға ҡаршы көрәш буйынса теләктәшлек көнөнә арналды.
Турнирҙа 6 команда ҡатнашты. Сәмле матчтар һөҙөмтәр буйынса беренсе урынды 1-се Аҡъяр мәктәбе командаһы яуланы. 2-се урынды 2-се Аҡъяр мәктәбе футболсылары алһа, 3-сө урынға Сиҙәм ауылы мәктәбе уҡыусылары эйә булды.
Хәйбулла районы муниципаль район Советы рәйесе Тимур Рәмов иң яҡшы уйынсыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
фото:Аҡъяр ауылы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе