Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
17 Август 2022, 20:28

7 йәшлек Ислам донъя рекордын ҡуйҙы!

  

7 йәшлек Ислам донъя рекордын ҡуйҙы!
7 йәшлек Ислам донъя рекордын ҡуйҙы!

Миәкә районында йәшәгән 7 йәшлек Ислам Зәйнетдинов 500 тапҡыр турникта күтәрелеп әйләнеп донъя рекордын ҡуйҙы. Уның ҡустыһы дүрт йәшлек Имран да турникта 100 тапҡыр әйләнеп үҙ йәше өсөн юғары һөҙөмтәгә өлгәште. Көслө рухлы, тырыш малай был рекордты ҡуйыу өсөн бер нисә йыл әҙерләнгән. Уның шатлығының сиге юҡ, сөнки әле Рәсәйҙә балалар араһында был һөҙөмтәне бер кем дә ҡабатлай алмаған.

Ҡаран-Ҡункаҫ ауылында йәшәгән Зәйнетдиновтарҙың көндәлек тормошонда спорт ҙур урын биләй. Ғаилә башлығы Айгиз Зәйнетдинов көрәш буйынса донъя чемпионы. Урындағы спорт мәктәбендә тренер булып эшләгән оҫта, улдарын да сәләмәт тормош яҡлы, көслө рухлы итеп тәрбиәләргә тырыша. 

Имран менән Исламды рекорд күрһәткестәр менән ҡотларға  Заһир Зәйнетдин да килгән. Билдәле сәхнә оҫтаһы  балаларҙың спортка һөйөүе менән һоҡланып, ғорурлыҡ хистәре менән уртаҡлашҡан. Музыкант әйтеүенсә, сәләмәт тормош һәм физик күнекмәләр  ниндәй генә һөнәр һайлаһаң да шәхси үҫешкә ыңғай йоғонто яһай.

Афарин, Ислам! Был юлы һинең оло еңеүең Гиннестар китабына инер, тип ышанғы килә! Артабан да спортты үҙ итеп, юғары уңыштарға өлгәшергә яҙһын!

 

Фото һәм текст сығанағы:bash.news

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: