Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
16 Август 2022, 10:39

Һөйөнөслө хәбәр!

Хәйбуллалар, афарин!

Һөйөнөслө хәбәр!
Һөйөнөслө хәбәр!

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы үҙ сәхифәһендә һөйөнөслө хәбәр еткерҙе.

--Яңы аҙна шатлыҡлы яңылыҡтан башланды.  2021 йылда Башҡортостан Республикаһы ХХIХ ауыл спорт уйындары һөҙөмтәләре билдәләнде. Беренсе төркөм йомғаҡтары буйынса 42 муниципаль район командалары араһында Хәйбулла районы 2-се урынды яуланы!

Ярыштар 9 спорт төрө буйынса үтте. Был беҙҙең лаптасылар, шашкасылар, шахматсылар, волейболсылар, баскетболсылар, саңғысылар һәм көрәшселәрҙең хаҡлы еңеүе. Спортсыларҙы ҡотлап, тағы ла юғарыраҡ еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар теләйбеҙ”,-- тип яҙҙы ул.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: