Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
14 Август 2022, 00:19

«Күрешергә, тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинлек бирә»

Физкультурниктар көнөндә Шишмә районы Алкино ауылында урынлашҡан «Патриот» паркы майҙаны гөрләп торҙо. Бында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре ярышты.

«Күрешергә, тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинлек бирә»
«Күрешергә, тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинлек бирә»

– Бер аҙ ҡурҡыта, шулай ҙа һынатмаҫҡа ине, – ти Ейәнсура районы командаһынан Рубин Мөхәмәтйәнов.

– Ярышҡа әҙербеҙ. Күмәкләп дәррәү килдек. Кәйефебеҙ бик күтәренке. Күңелле байрам. Бындай сараларҙы үткәреү бик һәйбәт. Сөнки хеҙмәттәштәрҙе күрергә була, үҙебеҙҙе лә күрһәтә алабыҙ. Физик яҡтан әҙерлегебеҙҙе һынап ҡарайбыҙ. Ойоштороусылар әйтеүенсә, һынау этаптары бик ҡыйын түгел. Лайыҡлы үтербеҙ, тип уйлайбыҙ, – ти Ейәнсура районы командаһының  капитаны Венер Сабитов.

Венер Фәнил улы спортты әүҙемләштереү, сәләмәт рәүешенә ылыҡтырыу йәһәтенән күп эштәр башҡарылыуын да белдерҙе. Яңыраҡ ҡына, мәҫәлән, тәжрибә рәүешендә «Ҡош юлы» республика бард фестивалендә үҙҙәренең «Геройҙар уҙышы»н үткәреп ҡарағандар.  

–Һуңғы ваҡытта һирәк осрашабыҙ, һәр беребеҙ үҙебеҙҙең эше менән мәшғүл.  Был «Геройҙар уҙышы»ның тәрбиәүи әһәмиәте ҙур. Бөгөнгө сара беҙгә, муниципаль хеҙмәткәрҙәргә, күрешергә, тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинлек бирә. Ошондай саралар күберәк уҙғарылһа, шәп булыр ине.

Беҙҙең районда спортҡа һөйөү уятыу, патриотик тәрбиә биреү йәһәтенән күп уңайлыҡтар булдырылған. Күп райондарҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексы булһа ла бассейн юҡ! Беҙҙә барыһы ла бар. Советтар Союзы Геройы исеменә ярыш та үткәрелә, – ти Йылайыр районы командаһының капитаны Александр Коротков.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
 
 
Мәғлүмәт Йәшлек гәзитенән алынды
 
Автор:
Читайте нас: