Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
1 Август 2022, 20:15

Республика улар менән ғорурлана!

Радий Хәбиров спортсыларға юғары наградалар тапшырҙы.   

Республика улар менән ғорурлана!
Республика улар менән ғорурлана!

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе күңелле ваҡиғанан башланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың билдәле спортсыларына юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Улар – “Салауат Юлаев” хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе Андрей Василевский һәм уның атаһы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры Андрей Леонидович Василевский.

Билдәле тренер, өлкән Андрей Василевский Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн ордены, ә улы Андрей Андреевич – Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды.

– Республика һеҙҙең менән ғорурлана, – тине Радий Хәбиров.

Фото: odds.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: