Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
28 Июль 2022, 20:06

500-ҙән ашыу кеше ҡатнашыр тип көтөлә

Йөҙөүселәр ике, өс, биш, ун километр арауыҡҡа көс һынашасаҡ.  

500-ҙән ашыу кеше ҡатнашыр тип көтөлә
500-ҙән ашыу кеше ҡатнашыр тип көтөлә

31 июлдә Өфөлә X-Waters серияһының өсөнсө йөҙөү буйынса ярыштары була, тип хәбәр итә баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Был үҙенсәлекле спорт ярыштарының маршрутына килгәндә, ул Ағиҙел йылғаһы күпере, Дуҫлыҡ монументы эргәһенән үтәсәк. Йөҙөүселәр ике, өс, биш, 10 километр арауыҡҡа көс һынашасаҡ.

“X-Waters Ufa йөҙөүендә Рәсәйҙең 30 төбәгенән һәм бер нисә илдән йөҙөүселәр – барлығы 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашыр тип көтөлә. Былтыр 28 төбәктән 400 кеше үҙ көсөн һынап ҡарағайны”, – тип белдергәндәр баш ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәтендә.

Йөҙөүселәрҙең барыһына ла сара аҙағында эксклюзив миҙал тапшырыласаҡ. Әйткәндәй, финиш ҡаласығы Ағиҙел буйында, “Йәшлек” спорт-һауыҡтырыу комплексынан 300 метр аҫтараҡ буласаҡ.

Сарала ҡатнашыу өсөн x-waters.com/events/ufa  сайтында теркәлергә мөмкин. “Бәйләнештә”ге саралар төркөмө  vk.com/xwaters_ufa

Фото: Өфө ҡала хакимиәте.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: