

-Беҙҙең барыһы ла яҡшы. Казбек - беҙҙең иҫәптә! Икебеҙ ҙә уның осона менеп еттек, мин донъяла яңы рекорд ҡуйҙым. Беҙгә ышанған һәр кемгә рәхмәт! - тип яҙған Башҡортостан егете үҙенең "Телеграм" каналында.
Әйткәндәй, Рөстәм күптән түгел генә Непалдағы Манаслу тауына ҡулдарында менеүсе беренсе кеше булып танылғайны. Ә уңарсы Эльбрус тауының көнсығыш түбәһенә күтәрелде.
Сығанаҡ: vk.com
Фото: tnv.ru