

Тыуған ауылында, Турат йылғаһы буйында балыҡсылар ярышын ойоштороу стратегик тәғәйенләштәге һыу аҫты крейсеры машинисы, матрос Айгиз Дим улының күптәнге ниәте була. Әйткәндәй, хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Айгиз Ҡулахмәтов бер нисә йыл элек кешеләр ғүмерен ҡотҡарған өсөн Рәсәй оборона министры Сергей Шойгу ҡулынан юғары награда алғайны.
Иләс ауылының ир-егеттәре ауылдаштарының балыҡ тотоу ярышы ойоштороу тураһында тәҡдимен һә тигәнсе күтәреп алып, ҡармаҡтар алып, сәмле ярышҡа ла сыҡтылар.
Һөҙөмтәлә, Марат Ғәббәсов 1200 килограмм тәшкил иткән табан балығы тотоп Гран-при яуланы.
1-се урынды яулаған Рим Рәхмәтовҡа походка йөрөтмәле портатив газ плитәһе тапшырылды.
2-се урынды яулаған Рөстәм Юлдашбаевҡа Stinger Arctic Char Spin катушкаһы бирелде.
3-сө урынды иһә 2 кг табан балығы тотҡан Сәлимйән Рәхмәтов отверткалар йыйылмаһы тапшырылды.
Бына шулай, иләстәр йәмле йылға буйында ял да итте, табыш та алдылар, бүләкле лә булдылар.