СПОРТ
29 Июнь 2022, 16:31

Беҙ уларға ышанабыҙ!

2 – 9 октябрҙә Сочиҙа - "Беҙ бергә. Спорт" уйындары.

 
Беҙ уларға ышанабыҙ!

Рәсәйҙең паралимпиадасылары йәйге “Беҙ бергә. Спорт” уйындарында ҡатнашасаҡ. 2 – 9 октябрҙә Сочиҙа спортсыларыбыҙ Беларусь Республикаһының, Әрмәнстандың һәм Төркмәнстандың спортсылары менән көс һынашасаҡ.

Башҡортостан исеменән сығыш яһаған спортсыларҙың алдан әҙерләнгән исемлегендә әлегә - 44 спортсы. Улар уйындарҙағы туғыҙ спорт төрөнөң бишәүһендә ҡатнашасаҡ.

Үҙебеҙҙекеләрҙең еңеүенә ышанабыҙ!

Фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы.

 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас