Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
29 Май 2022, 07:10

Афарин, егеттәр!

Хәйбулла жокейҙары Айгиз Тазетдинов менән Илсур Рамазановты киләһе турға сығыуҙары менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Афарин, егеттәр!
Афарин, егеттәр!

«Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының дүртенсе миҙгеле башланды. Башҡорт тоҡомло бөтәһе 200 ат иң яҡшыһы исеме өсөн көрәшәсәк.

Финалдың 1/16 өлөшө йомғаҡтары буйынса Хәйбулла жокейҙары Айгиз Тажетдинов менән Илсур Рамазанов финишҡа 1-се урында килде. Ике егет тә киләһе этапта ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә булды. Киләһе этапта йәрәбә 30 майҙа үткәрелә. Айгиз менән Илсурҙы 1/8 финалға сығыуҙары менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Автор:
Читайте нас: