Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
21 Май 2022, 09:13

Хәйбуллалар - чемпион!

Йәш спортсыларыбыҙ өҫтәл теннисы буйынса ярыштарҙа уңышлы сығыш яһаны

Хәйбуллалар - чемпион!
Хәйбуллалар - чемпион!

Кисә Мишкә ауылының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә Башҡортостан мәктәп уҡыусыларының XXIV Спартакиадаһы сиктәрендә өҫтәл теннисы буйынса финал ярыштары уҙҙы.

Республиканың 17 районынан ҡыҙҙар һәм егеттәр командалары көс һынашты. Беҙҙең район намыҫын 2-сеАҡъяр мәктәбе уҡыусылары яҡланы.

Сәмле ярыштар һөҙөмтәләре буйынса Хәйбулла егеттәре командаһы 1-се урын яуланы!

Шәхси зачетта Спартак Ҡәйепов 2-се урын, ә Эвелина Байбулатова 3-сө урын алды.

Шулай уҡ команданың тренеры Зөфәр Ҡәйепов республиканың өҫтәл теннисы федерацияһының рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Афарин, хәйбуллалар!

 

 

Хәйбуллалар - чемпион!
Хәйбуллалар - чемпион!
Хәйбуллалар - чемпион!
Хәйбуллалар - чемпион!
Хәйбуллалар - чемпион!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: