Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
20 Май 2022, 23:58

Хәйбулла лаптасыларына етеүсе юҡ!

Район егеттәр һәм ҡыҙҙар спорт командаһы еңеү яуланы

Хәйбулла лаптасыларына етеүсе юҡ!
Хәйбулла лаптасыларына етеүсе юҡ!

Башҡорт дәүләт аграр университеты базаһында Башҡортостан Републикаһы мәктәп уҡыусылары спартакиадаһында лапта буйынса финал ярыштар этабы үтеп, Хәйбулла районы егеттәр командаһы 1-се урын яуланы (тренеры Азамат Ишемғолов).

Ә  Әнәс Ҡотоев етәкселегендәге ҡыҙҙар командаһы 2-се урынға сыҡты. Был турала  Аҡъяр ауылы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе төркөмөндә хәбәр ителә.

Тәжрибәле тренерҙар етәкселегендәге спортсыларға  тағы ла ҙурыраҡ еңеү үрҙәре теләйбеҙ.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: