Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
18 Май 2022, 12:18

Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙ Эвересҡа менгән

..

Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙ Эвересҡа менгән
Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙ Эвересҡа менгән

Башҡортостандан беренсе ҡатын-ҡыҙ - Вероника Зарипова Эверест тауына артылған. 17 майҙа таңғы сәғәт 4-тә планетаның иң бейек нөктәһенә менеп еткән. Вероника әйтеүенсә, ул Рәсәйҙә Эвересты яулаған ун икенсе ҡатын-ҡыҙ икән.

📣 «Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙ - Эверест түбәһендә. Барығыҙҙы ла яратам. Мине дәртләндереп торғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт», – тип яҙҙы сәйәхәтсе социаль селтәрҙә.

Вероника Зарипова тауға Өфө эшҡыуары һәм альпинист Сергей Белкиндан һуң менгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сергей 12 майҙа таңғы 6-ла Эвересҡа артылғайны. 8848 метр бейеклектә ул Башҡортостан флагын ҡаҙап төшкән.

Афарин! 

Автор:
Читайте нас: