Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
30 Апрель 2022, 23:19

Аҡъярҙа футболсылар ярышты

Спорт Урал аръяғы командаларын берләштерә

Аҡъярҙа футболсылар ярышты
Аҡъярҙа футболсылар ярышты

Бөгөн Аҡъярҙа  ир-егеттәр командалары араһында “Урал аръяғы йәмәғәт инициативалары союзы” кубогына мини-футбол үтте.

Спортсыларҙы  район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов сәләмләне. “Спорт Урал аръяғы райондарын берләштерә, дуҫлыҡты нығыта”,--тине ул.

 “Урал аръяғы йәмәғәт инициативалары союзы” төбәк  йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Иҙел Солтанов билдәләүенсә, был турнир беренсе тапҡыр ойошторола. Унда Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ, Әбйәлил райондары һәм Сибай ҡалаһы командалары ҡатнашты.

Көсөргәнешле уйындан һуң, еңеүселәр билдәләнде. Беренсе урынды Әбйәлил, икенсе урынды Баймаҡ һәм өсөнсө урынды Хәйбулла командаһы алды.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: