Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
13 Апрель 2022, 20:48

Томи Ламса «Салауат Юлаев» клубында ҡаламы?

  

Томи Ламса «Салауат Юлаев» клубында ҡаламы?
Томи Ламса «Салауат Юлаев» клубында ҡаламы?

Томи Ламса үҙ теләге менән «Салауат Юлаев» хоккей клубының баш тренеры вазифаһын ҡалдырҙы. Тыуған иленә ҡайтып еткән фин белгесе әйтеүенсә, донъялағы хәл арҡаһында Өфөлә эште дауам итеү ҡатмарлашҡан.

«Юлаевсылар»ҙың генераль директоры Ринат Бәширов һүҙҙәренсә, фин белгесенә клубты яңынан етәкләргә тәҡдим ителһә лә, ул билдәле сәбәптәр буйынса был вазифанан киткән. Яңы тренер тураһында ҡарар алдағы ике көндә иғлан ителергә тейеш.

Бынан алда «Башинформ» агентлығы Томи Ламсаның тренерҙар штабына ингән Виктор Козловтың буш вазифаға төп дәғүәсе булыуы тураһында хәбәр иткәйне.

 

 

Фото:«Салауат Юлаев» хоккей клубы

https://bash.bashinform.ru/news/sport/2022-04-13/tomi-lamsa-salauat-yulaev-hokkey-klubyny-bash-trenery-vazifa-yn-aldyr-y-2767887

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: