Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
9 Апрель 2022, 12:53

«Салауат Юлаев»та - яңы баш тренер

«Салауат Юлаев»та - яңы баш тренер
«Салауат Юлаев»та - яңы баш тренер

«Салауат Юлаев» хоккей клубының баш тренеры вазифаһына Виктор Козлов тәғәйенләнә. Хоккей клубы етәкселегендәге сығанаҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына ошо мәғлүмәтте раҫланы.

Әлегә тиклем 47 йәшлек Рәсәй белгесе баш тренер ярҙамсыһы вазифаһында Өфө командаһы штабында эшләгән. Виктор Козлов 2020 йылдан «Салауат Юлаев»тың тренерҙар штабына инә. Бынан алда ул Магнитогорскиҙың «Металлург»ында 2015-2020 йылдарҙа тренер вазифаһын биләне, ә 2017/2018 йылдар миҙгелендә, Илья Воробьёвты эштән ебәргәндән һуң, клубтың баш тренеры булды. 2016 йылда ул «Металлург» менән бергә Гагарин кубогына лайыҡ булды.

Үҙенең хоккейсы карьераһында Козлов,  «Салауат Юлаев» клубында 2009-2012 йылдарҙа өс миҙгел үткәреп, 2011 йылда Өфөлә Гагарин кубогын яулай алды.

 

 

Фото:Валерий Шахов ()
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: