Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
8 Апрель 2022, 10:25

Мәрйәм Хәйҙәрова барыһына ла өлгөрә!

Ул  Аҡъяр тау колледжында студент ҡыҙҙарға йәшлек һәм матурлыҡты һаҡлау серҙәре менән бүлеште

Мәрйәм Хәйҙәрова барыһына ла өлгөрә!
Мәрйәм Хәйҙәрова барыһына ла өлгөрә!

Сәләмәт тормошто пропагандалау маҡсатында  И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжының дөйөм ятағына педагог, хеҙмәт ветераны Мәрйәм Ниғмәт ҡыҙы саҡырылды.

Ул ҡыҙҙар менән матурлыҡ һәм йәшлекте һаҡлау серҙәре менән бүлеште. Спорттың файҙаһы тураһында һөйләп, иртәнсәк ниндәй күнекмәләр эшләргә кәрәклеген күрһәтте. Тағы ла  йога менән яңы шөғөлләнә  башлағандар өсөн бик әһәмиәтле күнекмәләр менән таныштырҙы. Занятиелар бик ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үтте.

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: