Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
6 Апрель 2022, 20:45

Ул – данлыҡлы башҡорт шашкасыһы!

7 тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина ярыштарҙа ҡатнашыуҙан ситләтелде...

Ул – данлыҡлы башҡорт шашкасыһы!
Ул – данлыҡлы башҡорт шашкасыһы!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгрессы) Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе. “Тотош донъяға билдәле спортсыбыҙ Тамара Танһыҡҡужина донъя рейтингынан сығарылды һәм ярыштарҙа ҡатнашыуҙан ситләтелде. Был санкциялар, исемлектән сығарыу – сәйәси һәм спорт йәһәтенән көсһөҙлөк билдәһе. Тамара Михайловна менән һөйләштем. Тәжрибәле көрәшсе һәм стратег булараҡ, ул был хаҡта тыныс һөйләй. Дискредитациялау  осраҡтары, инҡар итеү яҡшыға килтермәй: спорттың был төрөнөң көслө спортсылары уны сәйәсиләштерергә тырышҡандарҙы хупламай".

Рәсәйҙең билдәле гроссмейстеры, шулай уҡ ярты йылға ситләтелгән  Сергей Карякин да билдәле шашкасыға: “Уға көс теләйем, беҙгә үҙ эшебеҙҙе дауам итергә, күнекмәләр эшләргә кәрәк. Турнирҙар булыр һәм иртәме, һуңмы ғәҙеллек тантана итер, тип яшанам, - тип теләктәрен еткерә. - Рейтингтан  илебеҙҙең лидер булыуы йәненә тейгәндәр сығарған, сөнки Шашкасылар королеваһы – Рәсәй, башҡорт ҡыҙы Тамара Танһыҡҡужина!”

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы. “Иң көслө шашкасылар рейтингынан Тамара Танһыҡҡужинаның сығарылыуы тураһындағы яңылыҡ йәнгә тейҙе. Факт булған донъя рекорды Бөтә донъя шашкалар федерацияһының спортҡа хас булмаған ҡылығы һөҙөмтәһендә дискредитацияланды. Был эпизод тағы бер тапҡыр спортта сәйәсәттең диктовкалауы хаҡында һөйләй. Һөжүм итеүҙәр элек тә бар ине. Былтыр уҡ Тамара Танһыҡҡужина Польшанан дәғүәләшсеһе менән донъя чемпионы исеме өсөн көрәшкәйне, Шашкалар федерацияһы президенты Яцек Павлицки Рәсәй спортсыһы өҫтәленән флагты алыуы менән тотош донъяға барлыҡ ҡағиҙәләрҙе, регламенттарҙы боҙоуы менән “дан яулағайны”. Тик деморализациялау килеп сыҡманы: матчта еңеү Рәсәй спортсыһына эләкте. Хәҙер ошо уҡ кеше Тамараны шашка донъяһынан һыҙып ташламаҡсы...

Шашка буйынса донъя чемпиондары исемлегенә ҡараһаҡ, күптәр – төрлө хәлдәр һөҙөмтәһендә төрлө илдәр өсөн сығыш яһаған ватан шашка мәктәбе вәкилдәре. Шуға Польшаның беҙҙең ҡаҙаныштарҙа паразитировать иткән  спорт түрәләренең шарттарҙы диктовкалауы аңлашылмай.

Иғлан ителгән санкциялар менән бәйле альтернатив, сәйәси болғаныуҙарға урын булмаған спорт хәрәкәте ойоштороу тураһында әйтелә. Һүҙҙән эшкә тап шашканан башлау кәрәктер ҙә. Беҙҙә - балаларҙан алып ветерандарға тиклем көслө спортсылар. Ғөмүмән, Рәсәйҙә шашка уйнай белмәгән бер кеше юҡтыр. Был бик ябай, әммә шул уҡ ваҡытта бик ҡатмарлы уйын...”

 

 

 

Фото: Эльвира Айытҡолованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2022-04-06/ul-danly-ly-bash-ort-shashkasy-y-2758702

Автор:Айһылыу Низамова
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: