Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
31 Март 2022, 20:12

Хәйбулланың йәш боксёрҙары еңеүҙәр менән ҡайтты!

  

Хәйбулланың йәш боксёрҙары еңеүҙәр менән ҡайтты!
Хәйбулланың йәш боксёрҙары еңеүҙәр менән ҡайтты!

29-30 мартта Баймаҡ ҡалаһында тренер, яугир-интернационалист И.Т.Алғошаев иҫтәлегенә "Урал аръяғының ижтимағи башланғыстар союзы" кубогына бокс буйынса төбәк-ара турнир уҙғарылды. Унда Хәйбулла, Ауырғазы, Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарынан, Баймаҡ, Учалы, Белорет, Мәләүез, Магнитогорск һәм Сибай ҡалаларынан йәш боксёрҙар ҡатнашты.

Ике көн буйына спортсыларыбыҙ район данын яҡлап көс һынашты. Турнир һөҙөмтәләре буйынса улар төрлө йәш һәм ауырлыҡ категорияларында еңеү яуланы:

1-се урын -  Линар Таһиров (2014 йылғы, 20 килограмға тиклем),

2-се урын - Артем Ғәбиҙуллин  (2014 йылғы; 24 килограмға тиклем),

3-сө урын - Тамирлан Туғыҙбаев (2012 йылғы; 34 килограмға тиклем),

1-се урын - Арсен Теләүғолов (2011 йылғы; 46 килограмға тиклем),

2-се урын - Килдебаев Иргиз Килдебаев (2011 йылғы; 36 килограмға тиклем),

3-сө урын - Тамирлан Яҡупов (2010 йылғы; 34 килограмға тиклем),

3-сө урын - Иван Ивлев (2012 йылғы; 30 килограмға тиклем),

3-сө урын - Кирилл Карпов (2005 йылғы; 52 килограмға тиклем),

3-сө урын - Инсаф Исҡужин (2009 йылғы).

Ильяс Хунафин (2011 йылғы; 34 килограмға тиклем) "еңеүгә ынтылыш өсөн" номинацияһында бүләккә лайыҡ булды.

Һөҙөмтәлә Аҡъяр командаһы дөйөм зачетта 3-сө урын яулаған өсөн кубокка лайыҡ булды. Афарин!

 

Хәйбулланың йәш боксёрҙары еңеүҙәр менән ҡайтты!
Хәйбулланың йәш боксёрҙары еңеүҙәр менән ҡайтты!
Хәйбулланың йәш боксёрҙары еңеүҙәр менән ҡайтты!
Хәйбулланың йәш боксёрҙары еңеүҙәр менән ҡайтты!
Автор:
Читайте нас: