Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
22 Март 2022, 21:09

Балыҡсылар ярышында кемдәр еңде?

Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысына иң шәп балыҡсылар йыйылды

Балыҡсылар ярышында кемдәр еңде?
Балыҡсылар ярышында кемдәр еңде?

Таң менән Йылайыр районы Матрай ауылы янындағы Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысы боҙонда шау-шыу һәм күңелле ине. «Башҡорт баҡыры» йәмғиәтенең балыҡсылары ярыштың башланыуын түҙемһеҙләнеп көттө.

Ғәҙәттәгесә, балыҡ тотоу алдынан тәүге конкурс - «Иң етеҙ боҙ быраулаусы» бәйгеһе үткәрелде, унда тиҙлеккә икешәр мәке уйырға кәрәк ине. 100 миллиметр диаметрлы боҙ быраулағыс менән ҡатнашыусылар араһында Раил Түләбаев (Ер аҫты руднигы) иң яҡшыһы тип табылды, ә 130 миллиметр диаметрлы боҙ быраулағыс менән ҡатнашыусылар араһында  Әнүәр Манишев (Тау-технологик ҡорамалдар циклы) еңеү яуланы. Еңеүселәргә һәм ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырылды.

Һәм бына һыу ятҡылығы өҫтөндә «Старт» командаһы яңғыраны һәм ҡатнашыусылар балыҡ ҡармаҡларға ашыҡты. Беренсе балыҡ үҙен оҙаҡ көттөрмәне һәм 3 минуттан уҡ Хәлил Хәсәнов (Байыҡтырыу фабрикаһы) боҙға шаҡтай яҡшы алабуғаны сығарҙы. Был балыҡсыға «Иң шәп балыҡ тотоу» номинацияһында бүләк алып килде. Шулай итеп балыҡ тотоу башланды.

Шул арала яр буйында поход кухняһы асыла, самауыр ҡайнай һәм һауала былау еҫе таралды. Ләкин балыҡсылар ҡармаҡлауын дауам итте, һәм боҙ аҫтынан бер-бер артлы балыҡ һөйрәп сығарҙы. Сөнки «Иң ҙур балыҡ» өсөн бүләк  - ике урынлы бик яҡшы кәмә. Ярыш йомғаҡтары буйынса уны Фәнил Абдуллин (Автотранспорт цехы) алды, ярыш барышында уның дөйөм табышы 3,5 килограмм алабуға тәшкил итте. Икенсе урынды Камил Ғәбитов алды (Автотранспорт цехы), өсөнсөлә - Илһам Усманов (Ер аҫты руднигы).

Балыҡ тотоуҙы үлсәүҙә тағы ла бер номинацияла - «Иң эре балыҡ»та 320 грамм ауырлыҡтағы алабуға булды, ә уны Минтимер Жуламанов (Ер аҫты руднигы) тотто, шуның өсөн дә балыҡ тотоу йәшниге менән бүләкләнде. Ярыштар тамамланғас, балыҡсылар иҫ киткес тәмле былау менән һыйланды. Ә балыҡсылар 50 литрлыҡ ҙур самауырҙан сәй менән йылытты. Балыҡсылар ярышы һөҙөмтәләре буйынса дөйөм команда урындары түбәндәгесә билдәләнде: өсөнсө урын - Байыҡтырыу фабрикаһы, икенсе - Ер аҫты руднигы, ә Еңеүселәр кубогы Автотранспорт цехына бирелде.

 

 

фото:район хакимиәте

Балыҡсылар ярышында кемдәр еңде?
Балыҡсылар ярышында кемдәр еңде?
Балыҡсылар ярышында кемдәр еңде?
Балыҡсылар ярышында кемдәр еңде?
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: