Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
21 Март 2022, 11:04

Дзюдо наркотиктарға ҡаршы

Ошондай исем аҫтында Аҡъярҙа дзюдо буйынса төбәк-ара шәхси беренселек уҙҙы.

Дзюдо наркотиктарға ҡаршы
Дзюдо наркотиктарға ҡаршы

Ошондай исем аҫтында Аҡъярҙа дзюдо буйынса төбәк-ара шәхси беренселек уҙҙы. Аҡъяр һәм Өфө ауылдарынан, Ырымбур өлкәһе Энергетик ҡасабаһынан, Орск ҡалаһына, Йылайыр районы Һабыр ауылынан  йөҙҙән ашыу көслө йәш дзюдосылар йыйылды.

Уларҙың һәр береһе техник ырғытыу, тотоп тороу, ауыртыуҙы еңеп сығыу һәм тонсоҡтороу алымдарын ҡулланып, алышта еңеп сығырға маташты. Көрәш майҙанына сыҡҡан йәш спортсыларҙы тренерҙар, ата-әсәләр һәм көйәрмәндәр ҡеүәтләне

"Демография" милли проектының төп маҡсаттарының береһе - сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған һәм физик культура, спорт менән системалы шөғөлләнгән граждандарҙың өлөшөн арттырыу.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Хәйбулла районы хакимиәте
Читайте нас: