

"Демография" милли проектының төп маҡсаттарының береһе - сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған һәм физик культура, спорт менән системалы шөғөлләнгән граждандарҙың өлөшөн арттырыу.
Аҡъяр ауылының «Уңыш» стадионында «2022 йылғы ҡышҡы уйындар» ат-спорт ярыштары уҙҙы. Халыҡ уйындары һәм ат спорты ярыштары менән бер рәттән, Хәйбулла районы уҡсылары өсөн «Мәргән уҡсы» ярышы ла ойошторолдо. Бәйгелә үҙҙәренең сыҙамлылығын, мәргәнлеген һәм оҫталығын күрһәткән балалар, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр ҡатнашты. Ярыш өс этаптан торҙо: «Мәргән уҡсы», «Тере һыу», «Һыбайлы», уларҙа ҡатнашҡан һәр бер бәйгесе 18 метрлыҡ арауыҡтан сәпкә 6-шар уҡ атты.
Ярыш йомғаҡтары буйынса үҙ йәш категорияларында, 7-18 йәштәгеләр араһында, 18 йәштән өлкәндәр һәм ҡыҙҙар араһында еңеүселәр билдәләнде.
«Урал аръяғының йәмәғәт башланғыстары союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһының махсус бүләктәре һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде: Айлина Усманова - ярыштың иң йәш ҡатнашыусыһы, Гөлсинә Дәүләтбирҙина - Өфө ауылының традицион уҡтан атыу түңәрәге етәксеһе Дилбәр Кәримова, Фәнил Таҡалов - балаларҙа үҙ тамырҙарына, халыҡ йолаларына һөйөү тәрбиәләүсе һәм милли традицияларҙы әүҙем пропагандалаусы ата-әсәләр.
фото:Хәйбулла районы хакимиәте.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан