СПОРТ
20 Март 2022, 17:01

Елдән етеҙ елде толпарҙар

  

Елдән етеҙ елде толпарҙарЕлдән етеҙ елде толпарҙар
Елдән етеҙ елде толпарҙар

"Демография" милли проектының төп маҡсаттарының береһе - сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған һәм физик культура, спорт менән системалы шөғөлләнгән граждандарҙың өлөшөн арттырыу.

Районда өсөнсө тапҡыр "Ҡышҡы уйындар" ат сабыштары ойошторолдо. Тотороҡһоҙ һауа торошона ҡарамаҫтан, турнир бөтә райондан иң етеҙ һыбайлыларҙы, шулай уҡ ат спортын һөйөүселәрҙе йыйҙы. 

Ат сабыштары ике дистанцияла ойошторолдо. Хәйбулла районы хужалыҡтарынан ат сабыштары һәм эш аттары араһында беренсе ябыҡ бәйгелә 1-се урынды Степной ауылынан Виталий Рогалев яуланы. Санаға егелгән юртаҡ һәм эш аттары араһында икенсе асыҡ бәйгелә Яңы Петровка ауылынан Владимир Матвеев еңеү яуланы. 

Хәйбулла районы хужалыҡтарынан башҡорт тоҡомло аттарҙа ярыш - «Терра Башҡортостан» республика ат сабыштарында ҡатнашыу өсөн һайлап алыу туры булып торҙо. Ә дүртенсе асыҡ уҙышта ат һәм эш аттары араһында Баймаҡ, Ейәнсура райондарынан ҡунаҡтар ҡатнашты. Бында Баймаҡ районынан Сергей Айсенов 1-се урын яуланы.

 

 

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

фото:район хакимиәте

Елдән етеҙ елде толпарҙар
Елдән етеҙ елде толпарҙар
Елдән етеҙ елде толпарҙар
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас