СПОРТ
20 Марта 2022, 17:46

Чемпионат тамамланды

    

Чемпионат тамамландыЧемпионат тамамланды
Чемпионат тамамланды

"Демография" милли проектының төп маҡсаттарының береһе - сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған һәм физик культура, спорт менән системалы шөғөлләнгән граждандарҙың өлөшөн арттырыу.

Хәйбулла районының мини-футбол буйынса асыҡ чемпионаты тамамланды. Ярыштарҙа алты команда ҡатнашты. Былтыр ноябрҙә старт алған ныҡышмалы уйындар һөҙөмтәһендә «Шахтастроитель» командаһы (Сибай ҡалаһы) еңеүсе булды, икенсе урында - Аҡъяр футбол клубы, өсөнсөлә - Подольск ауылы футболсылары.

Амур Фәррәхов  ("Аҡъяр-юниор" футбол клубы) - иң яҡшы йәш уйынсы, Игорь Баскаков («Шахтастроитель») - иң яҡшы уйынсы, Артур Игитбашян  ("Аҡъяр" футбол клубы) - иң яҡшы һаҡсы, Тимофей Янушкин (Подольск ауылы) иң яҡшы ҡапҡасы тип танылды. 

 

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас