СПОРТ
18 Март 2022, 16:27

“Үҫәргән батыры” исемен Нур Күсербаев яуланы!

 Иҫәнгилде ауылы уҙаманы  беренсе тапҡыр Вәзәм ауылында үткән район бәйгеһендә еңеү яуланы

“Үҫәргән батыры” исемен  Нур Күсербаев яуланы!“Үҫәргән батыры” исемен  Нур Күсербаев яуланы!
“Үҫәргән батыры” исемен Нур Күсербаев яуланы!

Бәләкәй Арыҫланғолда - “Үҫәргән батыры”!

Милли йолалаларҙы тергеҙеү, йәштәрҙе сәләмәт, рухи тормошҡа ылыҡтырыу, берләштереү маҡсатында “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусы Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы үҙ инициативаһы менән беренсе тапҡыр “Үҫәргән батыры” район бәйгеһен ойошторҙо.

Бәйгелә райондың төрлө ауылдарынан бөтәһе ун ике егет көс һынашты. Ярышыусылар бөгөнгө көндә онотола барған, ләкин яңынан тергеҙелгән милли уйындар - сыбыртҡы шартлатыуҙа, сәпте сыбыртҡы менән һуғып төшөрөүҙә, уҡ атыуҙа һәм алыҫлыҡҡа суҡмар һәм һөңгө ырғытыуҙа, тиҙлеккә атты егеп туғарыуҙа көс һынашты. Бик ҡыҙыу һәм сәмле барған ярышта башҡорттар менән бергә башҡа милләт егеттәренең дә ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Бәйгене күҙәтергә килгән Вәзәм һәм Әбеш ауылының дәртле егеттәре лә ике командаға бүленеп, үҙ-ара заманса көс экстримдарында ярышты. Ауыл уртаһындағы майҙан гөрләп торҙор ярышсыларҙың һәм уларҙы дәртләндерергә килгән ауыл халҡының тауыштарынан. Ярыш, ысынлап та, бик тамашалы булды. Көндәлек тормошта егеттәрҙең күбеһе был шөғөлдәр менән булышмаһа ла, юғалып ҡалманылар.

Һөҙөмтәлә, дөйөм мәрәйҙәр һаны буйынса Иҫәнгилде ауылынан Нур Күсербаев “Үҫәргән батыры” исеменә лайыҡ булды. Икенсе урынды еңеүсенән саҡ ҡына ҡалышып, Бәләкәй Арыҫланғол ауылының бөтмөр егеттәренең береһе - Илфир Мөхәмәтйәров яуланы. Өсөнсө урынды Урыҫбай ауылынан Динар Игебаев яулай алыуға өлгәште. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла дәртләнеп, киләһе йылда уҙасаҡ бәйгелә осрашырға һүҙ ҡуйышып таралышты. Беренсе тапҡыр ғына ойошторолоуына ҡарамаҫтан, бәйге ысынлап та бик матур уҙҙы. Шуға күрә уны киләсәктә йыл һайын ойоштороп, Үҫәргән батырҙарының иң аҫылдарын артабан да билдәләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы ойоштороусылар.

Афарин, Бәләкәй Арыҫланғолдар, афарин Хәйбулла егеттәре!

Ярыштан бөтә фотолар: https://vk.com/album-207714147_282197043

#Айыҡауыл2021
#БәләкәйАрыҫланғол
#Трезвоесело2021
#ВсемирныйКурултайБашкир

Фото и информация Хәйбулла районы башҡорттары ҠОРОЛТАЙЫ

Автор:
Читайте нас