СПОРТ
15 Марта 2022, 05:40

Биатлон буйынса Рәсәй чемпионатының эҙәрлекләү ярышы еңеүселәре

Билдәле булыуынса, Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә 12-17 мартта биатлон буйынса Рәсәй Кубогы финалы һәм Рәсәй чемпионаты үтә. ..

Добавить в предпочтительные источники Google
Биатлон буйынса Рәсәй чемпионатының эҙәрлекләү ярышы еңеүселәреБиатлон буйынса Рәсәй чемпионатының эҙәрлекләү ярышы еңеүселәре
Биатлон буйынса Рәсәй чемпионатының эҙәрлекләү ярышы еңеүселәре

Билдәле булыуынса, Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә 12-17 мартта биатлон буйынса Рәсәй Кубогы финалы һәм Рәсәй чемпионаты үтә.

Кисә эҙәрлекләү ярышында — Кәрим Хәлили, Рәсәй Битлонсылар союзы кубогында белорус Смольский еңде.

Кәрим Хәлили Свердловск өлкәһе вәкиле Кирилл Бажинды икенсе урында ҡалдырып, почет пьедесталының беренсе баҫҡысына күтәрелде. Өсөнсөлә — Ямал-Ненец автономиялы округы биатлонсыһы Рөстәм Ҡәйүмов.

Пасьютта Рәсәй Биатлонсылар союзы кубогын Белоруссия спортсыһы Антон Смольский яуланы. Хәйер, был ярышта пьедестал белорустарҙыҡы ғына булды. Көмөш миҙал — Дмитрий Лазовскийҙа, «бронза» — Никита Лобастовта.

 

Автор:https://vk.com/bashkizi
Автор: