

"Айыҡ ауыл - сәләмәт киләсәк" девизы аҫтында Әбеш ауыл биләмәһендә ҡатын-ҡыҙҙар араһында волейбол ярышы үтте. Советтар союзы геройы Ҡәйүм Әхмәтшин исемен йөрөткән Әбеш мәктәбенең спорт залында өс команда көс һынашты. Көсөргәнешле уйын һөҙөмтәләре буйынса мәктәп уҡытыусылары - I, Әбеш ауылы ҡатын-ҡыҙҙары - II, Вәзәм командаһы - III урын яуланы. Әммә уйынға килгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһы өсөн дә был осрашыу ярыш түгел, ә файҙалы һәм күңелле итеп киске ял минуттарын уҙғарыу мөмкинлеге булды. Көндәлек донъя мәшәҡәттәренән арынып, уйындан күтәренке кәйеф, рухи байлыҡ, ял сәғәттәре алып таралышты ҡыҙҙар.
Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.