

Бөгөн Өфөлә биатлон буйынса Рәсәй кубогы сиктәрендә ир-егеттәр спринты тамамланды. Унда Белоруссия биатлонсыһы Антон Смольский еңеү яуланы. Тағы бер белорус Дмитрий Лазовский көмөш миҙал яуланы. Өсөнсөлә - Төмән өлкәһе вәкиле Александр Логинов. Башҡортостан биатлонсылары араһында иң яҡшы һөҙөмтәне Александр Бабчин күрһәтте, ул 17-се булды.
1. Антон Смольский (Беларусь) - 24:29,1
2. Дмитрий Лазовский (Беларусь) 47,8
3. Александр Логинов (Төмән өлкәһе) 50,4
4. Кирилл Бажин (Свердловск өлкәһе) 1:04.9
5. Кирилл Стрельцов (Мәскәү өлкәһе) 1:05.5.
6. Никита Лобастов (Беларусь) 1:08.1
17. Александр Бабчин (Башҡортостан) 1:41,6
23.Антон Бабиков (Башҡортостан) 2.09,9
24. Эдуард Латипов (Башҡортостан) 2.11,1.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн көндөҙгө сәғәт 2-лә ҡатын-ҡыҙҙар 7,5 километрға спринт ярышы уҙа.
фото:Башинформ.