

9 мартта Өфөгә Белоруссия спортсылары килде. Улар биатлон буйынса Рәсәй кубогының һуңғы этабында һәм Рәсәй чемпионатында ҡатнаша.
Байрам ҡунаҡтарын физкультура эше, спорт туризмы һәм спорттың адаптив төрҙәрен үҫтереү бүлеге начальнигы Дмитрий Гладких, «Башҡортостан белорустары» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Раиса Зюзько, Белорус тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Жанна Хализова, шулай уҡ Иглин районы Балтика ауылының А.Н. Харитонов исемендәге мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре икмәк-тоҙ менән ҡаршы алды.
Биатлон буйынса Донъя кубогы этабының бронза призёры Дмитрий Лазовский әйтеүенсә, ул Башҡортостанда тәүге тапҡыр, уның төп бурысы – сифатлы биатлон күрһәтеү.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй кубогының һуңғы туғыҙынсы этабы һәм биатлон буйынса Рәсәй чемпионаты ярыштары 10-17 мартта «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексында ойошторола.
https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-03-09/ufa-s-hlebom-i-solyu-vstretila-belorusskih-biatlonistov-2720802