СПОРТ
7 Март 2022, 05:15

Гүзәл заттар көс һынашты

Аҡъярҙа Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған волейбол буйынса турнир уҙҙы

Гүзәл заттар көс һынаштыГүзәл заттар көс һынашты
Гүзәл заттар көс һынашты

Аҡъяр ауылы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә 8 март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған волейбол буйынса турнир уҙҙы.

Йәмғеһе дүрт команда - ветерандар йыйылмаһы, район хакимиәте, Аҡъяр һәм Өфө ауылдары волейболсылары көс һынашты.

Сәмле барған уйындар һөҙөмтәһендә, 1-се урын - Аҡъяр, 2-се урын - Өфө ауылы, ә 3-сө урынды район хакимиәтенең гүзәл заттары яуланы. Иң яҡшы уйынсы тип Мәрйәм Хәйҙәрова танылды.

 

 

 

фото:Аҡъяр ауылы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе

 

Гүзәл заттар көс һынашты
Гүзәл заттар көс һынашты
Гүзәл заттар көс һынашты
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас