

Аҡъяр ауылында 8 Март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған волейбол буйынса турнир үтте. Унда Аҡъяр ауылы, район хакимиәте, Өфө ауылы һәм Ветерандар йыйылма командалары ҡатнашты.
Һөҙөмтәлә 1-се урынды Аҡъяр, 2-сене - Өфө ауылы, 3-сө урынды район хакимиәте командаһы алды. Иң яҡшы уйынсы тип Мәрйәм Хәйҙәрова билдәләнде.
Сығанаҡ һәм фото: район хакимиәте төркөмө.