СПОРТ
4 Март 2022, 10:55

«Салауат Юлаев»та сит ил хоккейсылары ҡалманы

    

«Салауат Юлаев»та сит ил хоккейсылары ҡалманы«Салауат Юлаев»та сит ил хоккейсылары ҡалманы
«Салауат Юлаев»та сит ил хоккейсылары ҡалманы

«Салауат Юлаев» хоккейсылары - Сакари Маннинен, Юха Метсола, Тему Хартикайнен һәм Филип Ларсен тиҙҙән Рәсәйҙән китеүе тураһында белдерҙе. Шулай итеп, Өфө клубы Континенталь хоккей лигаһында Гагарин кубогы плей-офында легионерҙарһыҙ сығыш яһауҙы дауам итеүсе тәүге клуб булды.

«Салауат Юлаев» хоккей клубының рәсми хәбәрен баҫып сығармаған әле, ләкин спорт берләшмәһе үҙ сығанаҡтарына һылтанма менән, «Себер» менән серияның икенсе уйынына сит ил вәкилдәре сыҡмаясаҡ, тип хәбәр итә. Һуңғараҡ клубтың генераль директоры Ринат Бәширов мәғлүмәтте раҫланы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 4 мартта «Өфө-Арена»ла өфөләр һәм себерҙәрҙең икенсе осрашыуы була. «Юлаевсылар»ҙың баш тренеры Томи Ламсаның яҙмышы тураһында әлегә бер нәмә лә хәбәр ителмәй. Бынан алда  Маркус Гранлунд һәм Джеф Плэттың Башҡортостан командаһынан китеүе тураһында хәбәр иткәйнек.

 

 

 

фото:Башинформ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас