СПОРТ
2 Март 2022, 11:37

Рәсәй һәм Белоруссия биатлонсылары Өфөгә килергә йыйына

  

Рәсәй һәм Белоруссия биатлонсылары Өфөгә килергә йыйынаРәсәй һәм Белоруссия биатлонсылары Өфөгә килергә йыйына
Рәсәй һәм Белоруссия биатлонсылары Өфөгә килергә йыйына

Беларусь Республикаһы биатлонсылары 2022 йылдың март-апрель айҙарында Өфөлә һәм Төмәндә үтәсәк Рәсәй Кубогы һәм чемпионаты ярыштарында ҡатнашасаҡ. Ярыштар Өфөлә 12 марттан 16-һына тиклем уҙасаҡ һәм ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың алты ярышын үҙ эсенә аласаҡ. Улар - спринт, эҙәрлекләү ярышы һәм ҙур масс-старт. 

Рәсәйҙең ир-егеттәр йыйылмаһы биатлонсылары Юрий Каминский һәм Сергей Башкиров етәкселегендә Өфөлә күнекмәләр үткәрә. 4-10 мартта команда составында Александр Логинов, Эдуард Латипов, Максим Цветков, Василий Томшин, Антон Бабиков, Александр Поварницын, Даниил Серохвостов, Михаил Бурундуков, Илназ Мөхәмәтйәнов әҙерләнә. 8 марттан уларға Кәрим Халили, Михаил Первушин һәм Кирилл Стрельцов ҡушыла.

Ә Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылмаһы биатлонсылары үҙ төбәктәре командалары составында Рәсәй Кубогы һәм чемпионаты ярыштарына әҙерләнә.

 

Виктор Майгуров, Рәсәй биатлонсылар союзы президенты:

- Белоруссия спортсыларының Рәсәй Кубогы һәм чемпионаты ярыштарында ҡатнашыуы тураһында ҡарар Белоруссия биатлонсылары федерацияһы рәйесе Андриан Алексеевич Цыбульский менән үҙ-ара килешеү буйынса ҡабул ителде. Беҙ кем менән генә булһа ла конфронтацияға ынтылмайбыҙ, илдәребеҙ спортсыларының мәнфәғәтенән сығып эш итәбеҙ. Белорус биатлонсыларының ҡатнашыуы Өфөлә һәм Төмәндә үтәсәк ярыштарҙың кимәлен күтәрәсәк.

 

Фото: Рәсәйҙең Биатлонсылар союзы.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас